Был проектта республикалағы бар 63 муниципаль берәмек тә ҡатнаша. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын ипкә килтереү өсөн 1,52 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиарды – федераль бюджеттан, 28,9 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 76 миллион һумы урындағы бюджет иҫәбенән йүнәлтеләсәк.
Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 119 объектта эштәр тамамланған. Өфөлә иһә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә быйыл “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы һәм Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” скверы төҙөкләндерелә.
Подряд ойошмаһы “Ҡашҡаҙан” паркында монолит баҫҡыстарҙы гранит менән биҙәү, һыу үткәргестәр селтәрен төҙөкләндереү-монтажлау һәм башҡа эштәрҙе атҡарған. Волейбол һәм стритбол майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр иһә тулыһынса атҡарылған.
Ә бына “Тулҡын” скверын төҙөкләндергәндә комплекслы ҡараш булдырылған. Шулай итеп, бында заманса балалар майҙансығы, йәйәүлеләрҙең ял итеүе өсөн “Сәләмәтлек һуҡмаҡтары” барлыҡҡа килгән. Скверҙа “Ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә үҙгәртеп ҡороуҙың икенсе этабы башланған. Быйыл 70-тән ашыу видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған, өҫтәмә яҡтыртыу саралары күрелгән, йәйәүлеләрҙең, велосипедсыларҙың һуҡмаҡтарына асфальт түшәлгән. Шуныһы һөйөнөслө: хатта хоккей майҙансығы хасил булған. Бынан тыш, паркка ял итергә килеүселәр өсөн башҡа уңайлыҡтар тураһында ла хәстәрлек күрелә.
Проектҡа ярашлы, тағы биләмәләге күлдең ярҙарын нығытыу, һыу ятҡылығы эргәһендә һуҡмаҡтар булдырыу һәм башҡалар ҡаралған.