+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 10:40

Владимир Путин тәбрикләне

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙған “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында Рәсәйҙәге мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән, шулай уҡ элекке союздаш республикаларҙан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Тунис, Пакистан, Мысыр, Бахрейн Короллеге, Ливан кеүек ислам дәүләттәренән илселәр, сил ил эштәре буйынса вәкилдәр, дини ойошма етәкселәре ҡатнашты.

“Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө рәйесе, Татарстан Президенты Рөстәм Минниханов ҡунаҡтарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
“Беҙҙе ғәҙел демократик тыныслыҡ тәртибе ҡағиҙәләрен үтәүгә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә континенттарҙа ла тотороҡлолоҡ һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыш берләштерә. Рәсәйгә лә, ойошма ағзаларына ла глобаль хәүефтәргә ҡаршы тороу, төбәк бәхәстәрен көйләү, төрлө гуманитар мәсьәләләрҙе яйға һалыу маҡсатында көстәрҙе туплау мөһим. Һеҙ конфессия-ара аралашыуҙы киңәйтеүгә, дини төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлауға бәйле мөһим мәсьәләләрҙе ҡараясаҡһығыҙ. Конструктив, йөкмәткеле һөйләшеүҙәр үткәрерһегеҙ, фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ беҙҙең илдәр һәм халыҡтар араһындағы ышанысты, бер-береһен аңлауҙы нығытыуға булышлыҡ итер тип иҫәпләйем” тигән юлдар бар Рәсәй Президентының тәбрикләү һүҙендә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: