-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 16:15

Ҡыш бабайға хат яҙығыҙ!

Өфө почтамтында Ҡыш бабайға хаттар өсөн яңы йыл почтаһы эшләй башланы. Яңы йыл байрамдары тамамланғансы махсус биҙәлгән почта йәшнигенә теләк яҙылған хат төшөрөргә мөмкин.

Өфө почтамтында Ҡыш бабайға хаттар өсөн яңы йыл почтаһы эшләй башланы. Яңы йыл байрамдары тамамланғансы махсус биҙәлгән почта йәшнигенә теләк яҙылған хат төшөрөргә мөмкин.
«Хат тылсымлы адресатҡа барып етһен өсөн конверт тышына «162340, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы» тип яҙырға һәм марка йәбештерергә кәрәк», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Махсус почта йәшнигенә Хат ташыусы Печкин һәм Ҡыш бабай төшөрөлгән, шулай уҡ алыусының аныҡ адресы яҙылған.
Ҡыш бабайға хаттар һәм открыткалар көн һайын ҡышҡы тылсымсының резиденцияһына ебәрелә. Мәҫәлән, уҙған йылда ғына Рәсәй почтаһы Бөйөк Устюг ҡалаһына балаларҙың һәм өлкәндәрҙең иң изге хыялдары яҙылған 200-ҙән ашыу хат тапшырған.
Читайте нас в