Положение буйынса, конкурста райондың ауыл биләмәләре, ойошмалары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре халҡы ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыуға заявканы 14 декабргә тиклем электрон почта аша йәки яҙма рәүештә бирергә кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ 23 декабрҙә яһала.
Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнә:
“1000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттың иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше”;
“1000-дән әҙерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттың иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше”;
“Шәхси ихатаның иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше”.
Эштәр композиция һәм төҫ, яҡтылыҡ биҙәлешенең эстетик матурлығы; ял һәм күңел асыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ҡар-боҙ һындары булыуы, яңы идеялар, ижади ҡараш, килер йыл символикаһын уңышлы ҡулланыуға ҡарап баһалана.