+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 11:50

Бала саҡ хәүефһеҙлеге – 2019

2019 йылдың 1 ноябренән 2020 йылдың 1 мартына тиклем (ҡышҡы осорҙа) “Бала саҡ хәүефһеҙлеге - 2019” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Уны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил А.Ю.Кузнецова тәҡдим иткән.

Акция бәлиғ булмағандар менән төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе профилактикалауға, балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына, кеше тормошоноң хәүефһеҙлегенә янаусы факторҙарҙы асыуға йүнәлтелгән.
Акция сиктәрендә Хәүефһеҙлек көндәре үткәреү, бәлиғ булмағандар һәм балалары менән ғаиләләр күпләп йөрөй торған урындарҙа (парктарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында, тау ҡаласыҡтарында, ихата биләмәләрендә һ.б.), шулай уҡ төҙөлөп бөтмәгән, ташладыҡ биналар, ҡоролмалар яғында булып, унда килгән балалар ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янаусы факторҙар булыуын асыҡлау планлаштырыла.
Беҙҙең Ғафури районы ла акцияға ҡушыла: акция барышында уҙғарыласаҡ сараларҙы ойоштороусы эшсе комиссия төҙөлдө. Районыбыҙҙың битараф булмаған граждандарын “Бала саҡ хәүефһеҙлеге - 2019” Бөтә Рәсәй акцияһын уҙғарыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле факторҙар булыуын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең Ғафури районындағы йәмәғәт ярҙамсыһына 8(34740)2-73-77 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Читайте нас: