Өфөлә «Скат» юл комплексы ҡуйыла. Яңы комплекс элеккеһенән камералар араһында уртаса тиҙлекте «иҫәпләүе» менән айырылып тора. Йәғни хәҙер ҙур тиҙлектә барырға ярамай.
Тиҙлекте арттырыуҙан тыш, «Скат» ҡаршыға сығыуҙы, йәйәүлеләр үткәүеленән, юл ситенән һәм йәмәғәт транспорты өсөн һыҙаттан барыуҙы һ.б. теркәй.
Шул уҡ ваҡытта Динар Ғилметдинов яңы камералар водителдең ҡайышын эләктергәнме-юҡмы икәнен һәм телефондан һөйләшеүен теркәүе тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты.