Яңы йылға Өфөнө итальян рәссамы һәм яҡтылыҡ архитекторы Валерио Фестиҙың иллюминацияһы менән биҙәйҙәр. Уның эштәрен Париж, Истанбул, Мәскәү ҡалаларында күрергә мөмкин.
Иллюминацияны бюджет аҡсаһына эшләмәйҙәр, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров. Был - республиканың бер ҙур предприятиеһының ҡалаға бүләге.