+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 10:50

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Республика онкология диспансерына алынған яңы рентген диагностикаһы комплексында бер аҙна эсендә 112 кеше тикшереү үткән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Республика онкология диспансерына алынған яңы рентген диагностикаһы комплексында бер аҙна эсендә 112 кеше тикшереү үткән.
Ул 25 ноябрҙән эшкә ҡушылғайны. Алдағы көндәрҙә көнөнә 40-ҡа яҡын тикшеренеү үткәреләсәк. Белгестәр әйтеүенсә, һанлы идара ителеүсе рентген диагностикаһы комплексы бөтә төп рентген тикшеренеүҙәре үтәүгә һәләтле. Ул рентген һүрәтен арауыҡта тапшыра һәм электрон форматта һаҡлай. Был табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә. Комплекс ашҡаҙан-эсәк юлын һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тикшереүҙең мотлаҡ программаһына индерелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала тармаҡты заманса алдынғы технологиялар менән йыһазландырыуҙан тыш, квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу буйынса ла етди эш бара.
#нацпроекты
Читайте нас: