Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә Милли медицина палатаһы менән берлектә медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәргә йүнәлтмә биреү буйынса тәҡдимдәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.
Быйыл 1 декабрҙән ғәмәлгә инәсәк закон буйынса, төбәк, федераль бюджет иҫәбенә уҡыған студенттар муниципаль, дәүләт учреждениеларына билдәле ваҡытҡа эшкә ебәреләсәк. Был үҙгәреш район һәм ауылдарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Элекке совет осорондағы тәжрибәне ҡайтарыу эшһеҙлекте кәметеүгә лә булышлыҡ итәсәк һәм йәш белгестең хеҙмәт баҫҡысында ла сағылыш табасаҡ.