-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2019, 19:26

Ауылдар үҫешенә иғтибар

Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай.

Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай.
Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һәм 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш.
Ауыл хужалығы министрлығы 1300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, тораҡ пункттарҙы (яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар һәм ял зоналары һәм башҡалар) төҙөкләндереү буйынса 150-нән күберәк проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункт төҙөү бурысы тора.
#нацпроекты
Читайте нас: