Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында: "Бөгөн төпкөлдәргә юлланған ФАП-тар йөҙ кешенән кәм халыҡ йәшәгән ауылдарҙа беренсел медицина хеҙмәтенә ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк тип белдерҙе. Йыл башынан Башҡортостанға 21 ФАП һәм 7 күсмә флюрограф ҡайтарылған. Заманса медицина комплекстарына федераль ҡаҙнанан 240 миллион һум аҡса бүленгән.
Белорет һәм Сибай ҡалаларына флюорограф менән йыһазландырылған КАМАЗ автомашиналары асҡыстары тапшырылды. Йөҙ меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Белоретта һәм 160 меңдән ашыу кеше ғүмер иткән Сибай өсөн был флюорографтар көн талабы. Табиптар хәҙер ауыл-ҡасабаларға барып һанлы форматта тын юлы органдарын тикшерә ала. Был үҙ сиратында үпкә сирҙәрен алдан иҫкәртергә һәм дауаларға мөмкинлек бирәсәк.
Миәкә районында туҡһандан ашыу ауыл һәм ҡасаба бар. Уларҙың утыҙынан күберәгендә йөҙҙән кәмерәк кеше йәшәй. Төбәккә тәгәрмәсле ФАП бүленеүе төпкөл ауылдарға ла беренсел медицина ярҙамын яҡынайтырға булышлыҡ итер тип күҙаллана.