+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 10:10

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә грант алдылар

Башҡорт аграр университеты “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығынан 9 миллион һум грант алыуға өлгәште.

Юғары уҡыу йортоноң был проектына республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә әҙерләнгән һөнәри белем биреү программаһы ингән. Уҡытыу “Ауыл хужалығы культураларын апробациялау”, “Ауыл хужалығы һәм йорт малдарының йоғошло булмаған, инфекциялы һәм инвазион ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау”, “Ҡортсолоҡ продукцияһын етештереүҙең интенсив технологияһы” йүнәлештәре буйынса алып барыласаҡ.
Бөтәһе 2000 кеше һөнәри белемдәрен арттырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: