-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 11:45

Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон уҙа

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон ойошторола. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана.

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон ойошторола. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Программала — яратҡан алып барыусылар, көтөлмәгән ҡунаҡтар һәм сағыу милли кейемдәр, «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында республика байрамынан тура тоташтырыу, тип хәбәр иттеләр каналдың матбуғат хеҙмәтенән.
Көн дауамында «Тамыр» балалар студияһы әкиәттәрен ҡарарға, шулай уҡ йәш рәссамдар һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаевала ҡунаҡта булырға мөмкин, шиғриәт һөйөүселәр «Йөрәк һүҙе» бәйгеһенең телевизион версияһында һүҙ донъяһына сумыр.
Башҡорт музыкаһы яратыусыларҙы «Башҡорт йыры»н башҡарыусылар менән осрашыу көтә, улар менән бергә «Башҡортса караоке» ла йырларға мөмкин.
Телемарафонды тура эфирҙа «Бәйләнештә» Башҡортостан юлдаш телеканалы төркөмөндә, YouTube каналында һәм башҡорт телендәге яңылыҡтар редакцияһы Инстаграмында ла ҡарарға була.
Читайте нас в