-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 11:50

Өфөлә этнотуризм буйынса тәүге халыҡ-ара форум асылды

Өфөлә этнотуризм буйынса тәүге халыҡ-ара форум асылды.Туриндустрия эксперттары ошо өлкәләге проблемаларҙы тикшереү өсөн «Торатау» конгресс-холына йыйылды.

Өфөлә этнотуризм буйынса тәүге халыҡ-ара форум асылды.Туриндустрия эксперттары ошо өлкәләге проблемаларҙы тикшереү өсөн «Торатау» конгресс-холына йыйылды.
Цоколь ҡаттың фойеһында этнотуризм күргәҙмәһе бара. Ҡатнашыусылар төбәк туризмының туристик мөмкинлектәрен: походтар, джиппинг, атта йөрөү, эттәр егеп йөрөү, ҡаргиҙәрҙәр, катамарандар, фестивалдәр һәм ваҡиғалар, атап әйткәндә, Өфөлә «Terra Zima» ҡышҡы фестивале программаһын күрһәтте.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов фекеренсә, әлеге ваҡытта этноваҡиғаларҙы ойоштороу менән энтузиастар шөғөлләнә. Ә уның төп маҡсаты – проекттар өсөн аҡса алыу, юғиһә иртәме-һуңмы ҡыҙыҡлы проекттар юғала.
Дискуссияла Өфөнән Европаның баш ҡалаларына тура рейстар асыу мәсьәләләре күтәрелде.
Форумда туризмдағы төп диджитал-инструменттарҙы, этномаршруттарҙы үҫтереү, төбәктәрҙә этнотуризмды үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләләрен, шулай уҡ биләмәне үҫтереүҙә контенттың ролен тикшереү күҙаллана. Этнотуризм нигеҙҙәре булараҡ халыҡ-художество кәсептәре һәм туристик сувенирҙар, милли аш-һыу мәсьәләләре айырым түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡарала.
Форум һәм күргәҙмә 14 декабргә тиклем дауам итә.
Читайте нас в