Иртәгә Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәйриә фестивале үтә. Унда мөмкинлеге сикле балалар ҙа ҡатнаша. Улар менән осрашыуға “Голос” федераль конкурсы еңеүсеһе Рушанна Вәлиева, донъя һәм Европа чемпионы Рима Баталова, Рәсәй Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова саҡырылған.