+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 15:55

Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалынды

Өфөлә Башҡорт теле көнө бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, олуғ фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланған.

Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Бадранов, мәғариф министры Айбулат Хажин, Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов һ.б. ҡатнашҡан.
Байрамды студент Фәдис Иҙрисовтың ҡурай моңона ҡушылып студент Ислам Төхвәтуллин данлыҡлы "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән шиғыр менән башлап ебәрә.

Артабан сара юғары уҡыу йортонда уҙған асыҡ башҡорт теле дәресе, Торатау”ҙа Берҙәм башҡорт теле дәресе менән дауам итә, республиканың ҡоролтай ағзалары төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдә фекер алыша.
Читайте нас: