Никита Вишкиндың проекты “Аҡыллы баш – Нефтегаз” һайлап алыу майҙансығында иң яҡшыһы тип табылған һәм үҫеш өсөн 500 000 һумлыҡ грант алған.
Проекттың асылы шунда: предприятиеларҙа, шулай уҡ аграр сәнәғәт өлкәһендә деталдәр боҙола ҡалғанда һәм уларҙы алмаштырырлыҡ тейешле деталдәр булмағанда, ЗD-принтерҙа сифатлы композиттан ваҡытлыса деталдәр баҫып сығарырға мөмкин.
Никита раҫлауынса, был ысул бигерәк тә транспорт менән тиҙ барып етеү ҡыйын булған алыҫ биләмәләрҙә үҙен аҡлаясаҡ. Билдәле булыуынса, боҙолған деталь арҡаһында етештереүҙең туҡтап ҡалыуы предприятиеға ҙур зыян килтерә, уны ҡайҙандыр килтертеү хаҡы ла арзан түгел.