+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 20:35

Башҡорт теле көнөнә саралар үтте

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә бөтә республика халҡы Башҡорт теле көнөн билдәләне. Ошо байрам сиктәрендә район үҙәге Красноусолда башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Мәжит Ғафури майҙанында байрам концерты ойошторолдо.

Рәмил Ғимраниҙың “Һыуытмайыҡ атай нигеҙен” шиғыры, “Хазина” фольклор ансамбленең, Ҡадир Ишбулдин, Хызыр Нәзиров, Ғәзиз Ҡунаҡбаев, Алһыу Ғафарованың моңло ла, дәртле лә йырҙары яңғыраны. Концертты алып барыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова уҡыған башҡорт теле тураһында матур шиғырҙар биҙәне.
Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә был шәмбе Башҡорт теле көнөнә арналды. Уҡыусылар викторина, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, башҡорт теленән белемдәрен һынап ҡараны, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорҙо.
Ошо уҡ көндө Родина-Ватан ауылында район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдинаның ике китабының исем туйы булды. Башҡорт иленә, башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған илһамлы ижады хайран иткән шағирәне ҡотларға район ауылдары ағинәйҙәре, шулай уҡ шағирәнең тыуған яғы Ишембай районынан да ҡунаҡтар килгәйне.
Читайте нас: