+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 20:45

Төбәк Башлығы хупланы

Радий Хәбиров республикабыҙҙың ҡала-район башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре менән осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдимен хупланы.

Радий Хәбиров республикабыҙҙың ҡала-район башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре менән осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдимен хупланы.
Сараның маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фекер алышыу, тәҡдимдәрҙе тыңлау ине. Бынан алда уҙған стратегик сессияла урындарҙағы ҡоролтайҙар етәкселәре 300 тәҡдим менән сығыш яһағайны. “Иғлан ителгән Башҡорт теле көнө ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип ышанам. Беҙ шундай матур телебеҙҙе республикала өйрәнеү менән генә сикләнмәйенсә, уны башҡа төбәктәрҙә лә танытыу эшен алып барырға тейешбеҙ. Аҡыллы, тапҡыр башҡорт мәҡәлдәре башҡортса һөйләшкән һәр кемдең телмәрендә яңғыраһын ине,” – тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдимен хуплауын белдерҙе.
“Башҡорт теле аҙналығы” эстафетаһын уҙғарырға, мәктәпкәсә белем биреүҙе туған телдә алып барырға, ауыл театрҙарын үҫтерергә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә йәштәрҙе йәлеп итергә, ҡала-райондарҙағы ҡоролтайҙарға ярҙам күрһәтергә һәм берлектә эшләргә тигән темалар ҡаралды. Радий Хәбиров башҡорт ырыуҙары парадын уҙғарыуға, төбәктә милли көрәште артабан да үҫтереүгә ыңғай ҡарашта булыуын да әйтте.
Читайте нас: