Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә. 2019 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостан халҡынан тыш тағы ла алты төбәктең – Яҡут (Саха), Татарстан республикалары, Ростов һәм Тула өлкәләре халҡы ошо тиклем шәхсән һанлы сертификаттар алыуға заявкаларҙы тапшыра ала.
Сертификатҡа эйә булыусылар бер нисә йүнәлеш буйынса компетенцияларҙы үҙләштерә аласаҡ. Улар араһында – яһалма интеллект, программалаштырыу һәм ИТ-продукттарҙы төҙөү, сәнәғәти дизайн һәм 3D моделләштереү, киберхәүефһеҙлек һәм сәнәғәти интернет һәм башҡалар бар.
Уҡыу "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы алып барыла. Мәғлүмәтте ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға була: 8 (800) 700-20-35.