-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 09:10

Бюджет асыҡ тыңлауҙа ҡаралды

13 декабрҙә 11.00 сәғәттә район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2020 йылға һәм күҙалланған 2021-2022 йылдарға бюджеты тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте.

Асыҡ тыңлауҙа райондың 54 гражданы ҡатнашты.
Совет ҡарары проектын тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия ҡарар итте:
  1. “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2020 йылға һәм күҙалланған 2021-2022 йылдарға бюджеты тураһында” ҡарар проектын, дөйөм алғанда, хупларға һәм Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарауына индерергә.
  2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын БР Ғафури районы муниципаль район Советына тапшырырға.
  3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдәге ҡануниәткә яршашы “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
  4. Г.ПЕТРОВА,
    Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия рәйесе, Советтың даими комиссияһы рәйесе.
    Читайте нас: