+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 16:40

Киләһе йылда Башҡортостанда 91 фельдшер-акушер пункты асыу планлаштырыла

Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
-2020 йылға 72 авария хәлендәге ФАП төҙөкләндерелә, шуларҙың 57-һе - федераль, 15 -е республика бюджеты иҫәбенә. Быйыл эшләй башлаған адреслы инвестиция программаһы буйынса киләһе йылда 13 ФАП эксплуатацияға инәсәк. Шулай уҡ республиканың Ауыл хужалығы министрлығы 2020- 2022 йылдарҙа өҫтәлмә рәүештә 6 ФАП төҙөү өсөн 23 миллион һум бүлергә планлаштыра.
2020 йылда 31 һаулыҡ һаҡлау объекты проектлауға һәм төҙөүгә 5 миллиард һум бүлеү ҙә күҙаллана.
Быйыл “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса, республика дауаханаларына 7 мең берәмеккә яҡын медицина ҡорамалы килтерелгән.
#нацпроекты
Читайте нас: