СССР-ҙа стратегик тәғәйенләнештәге ядро ҡоралы барлыҡҡа килеү менән, стратегик һөжүм итеү ҡоралын дошманды һуғыш асыу ниәтенән дүндереү маҡсатында файҙаланып була, тигән ҡараш формалаша башланы. Быға миҫал итеп Американың Кубаға баҫып инеүенә юл ҡуймау маҡсатында үткәрелгән “Анадырь” операцияһын килтерергә мөмкин. Әйткәндәй, Кариб көрсөгөн хәл итеүгә тап РВСН төп өлөш индерҙе. Был Ҡораллы көстәрҙең яңы ғына булдырылған төрөнөң тәүге тыныс еңеүе булды.
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре өсөн офицер кадрҙарын әҙерләү системаһын Ф.Э.Дзержинский исемендәге Мәскәү хәрби инженерлыҡ академияһы, А.Ф.Можайский исемендәге Ленинград хәрби инженерлыҡ академияһы, шулай уҡ Ростов, Харьков, Серпухов, Пермь юғары команда-инженерлыҡ училищелары тәшкил итте.
Ракета комплекстарының һуғышсан әҙерлеге минутҡа, хатта тиҫтә секундтарға тиклем еткерелде. Йыһан ғәскәрҙәре хәл иткән бурыстар ҡырҡа артыу сәбәпле, 1970 йылда РВСН составында Оборона министрлығының Йыһан саралары Баш идаралығы ойошторола.
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең һуғышсан ҡеүәте артыуы СССР менән АҠШ араһында стратегик тигеҙлек һаҡланыуын тәьмин итте.
Бөгөн дә илебеҙҙең баҫып алынмауы һәм Ер йөҙөнән юҡ ителмәүе өсөн тап аныҡ бер ғәскәр төрөнә – РВСН-ға рәхмәт әйтергә кәрәк. Уларҙың булыуы һәм даими хәрби әҙерлеге Рәсәйҙең донъя державалары агрессияһынан ышаныслы һаҡланыуын гарантиялай. Һәр көн ракета шахталарына һәм мобиль комплекстарға меңдәрсә хәрби хеҙмәткәр – һалдаттар һәм офицерҙар мотлаҡ һуғышсан дежурға баҫалар.
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре – төп тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған берҙән-бер ғәскәр. Һәм шулай булыуы бик яҡшы!
Ҡораллы көстәрҙең иң ҡеүәтле һәм техник яҡтан иң йыһазландырылған төрөндә үҙ хәрби бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе РВСН-дың 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡотлайым. Һеҙгә ысын күңелдән, һуғыштар булмаһын, тип теләйем. Һәммәгеҙгә лә ғаилә именлеге һәм бәхет насип булһын!