+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 09:45

Уңыш йыйыу мәленең бер көнө

1978 йыл ауыл хужалығы өсөн иң ҡулай йылдарҙың береһе булды, сәскән игендәрҙән юғары уңыш йыйып алынды. Ергә ерегеп, ерҙе һөйгән кешеләр өсөн иркен иген баҫыуҙарында, сәскән игендәрҙең еләҫ кенә иҫкән елдә тулҡынланып, бәүелеп ултырыуын күреү һөйөнөслө лә, шатлыҡлы ла күренеш ине. Иген уңышының мул буласағы күңелдәргә дәрт, илһам бирҙе.

Беҙҙең “Йондоҙ” колхозы механизаторҙарға, бигерәк тә комбайнсыларға мохтажлыҡ кисермәне. “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” һәм “Хеҙмәт даны” ордендары кавалеры Әмир Мансуров иң оҫта иген сәсеүсе булды. Комбайнсылар булып Мансур Ғәзизов, Рамазан Рәхмәтуллин, Хәмит Фәхретдинов, Мәхмүт Мәүлетҡолов, Юлбарисов һәм Фәйзуллин Ғайсалар, Ғәбит Байбулдин, Жәүәт Ғүмәров, Исхаҡ Рәхимов, Зәмир Камалов һәм башҡалар эшләне. Үкенесле, Рамазан Рәхмәтуллиндан башҡалары юҡтар инде, ҡартайып, бер-бер артлы мәрхүм булдылар.
Уңыш йыйыу мәленең урталарында иген балансы (зерновой баланс) менән колхоз етәкселәрен район партия комитеты бюроһына саҡырҙылар. Беҙҙең сират “Еҙем” колхозынан аҙаҡ ине, улар сыҡҡас ҡағыҙҙарыбыҙҙы тотоп, колхоз рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов, партия комитеты секретары - мин керҙек. Район партия комитеты секретары Мәхәмәт Ғибаҙулла улы Баҡыев:
- Ҡағыҙҙарығыҙҙы бирегеҙ әле, ҡарап сығайыҡ, - тип һүҙ башланы. Иген балансын ҡарап сыҡҡас, ризаһыҙлыҡ белдереп:
- Ниңә уңышты кәм күрһәтәһегеҙ, 18 мең центнер иген һатыу аҙ, Әмир Йәләлетдинович, быларға 26 мең центнер тип яҙып ҡуй, - тине, - ә һин, Шәрипов, социалистик йөкләмә буйынса тағы дәүләткә күпме иген һатыу тураһында уйла.
Мин, колхозсыларға бирергә иген ҡалмай, тип әйткәс, табырһығыҙ, тип йәмерәйеп ҡарап ҡуйҙы.
- Барығыҙ, тағы ун көндән ҡабатлап саҡырабыҙ,- тип бойороп сығарҙы.
Сыҡҡас та колхоздың баш бухгалтеры Рәсүл Зиннур улына телефон аша: партия комитеты, колхоз идараһы ағзалары, бригадирҙар, беҙ ҡайтыуға йыйылып көтөп торһондар, Мотаһар Мәүлетҡолов та килһен тинек тә, ҡайтып киттек. Үҙебеҙҙең ергә еткәс, Арҡа яланында сәселгән ужым бойҙайын ҡарап сыҡтыҡ. Бойҙайҙы урып, яҫмаларға һалыуға ике көн үткәйне, яҫмалар кипкән, иртәгә 120 гектар майҙандағы орлоҡ фонды иҫәпләнгән бойҙайҙы һуғып алыуҙы ойошторорға тейешбеҙ.
Саҡырылған иптәштәр йыйылғайны. Аҙнабай Сәғит улы, һин һөйлә, тип миңә һүҙ бирҙе.
- Иптәштәр, иртәгә бөтә көстө туплап ужым бойҙайын һуғып алырға тейешбеҙ. Комбайнсыларға әйтегеҙ, иртә менән һуға башлайбыҙ. Агроном Шамил Адиев, һеҙ ырҙынға килгән игенде “ЗАВ-20”, “ЗАВ-40” агрегаттары аша таҙарттырып, орлоҡ һалыуҙы ойоштораһығыҙ, ауыл Советы рәйесе Фәйзулла Әһел улы менән мин баҫыуҙа булабыҙ. Бригадирҙар Зәкир Ишмырҙин, Мөхәмәҙей Ишниязов, һеҙ һалам өйөүҙе ойоштораһағыҙ. Мотаһар иптәш, яланда ике тапҡыр ашатыу һеҙҙең бурыс.
Баҫыуҙа эш гөрләп торҙо. 13 комбайн 120 гектарҙағы уңышты йыйып алыуға өлгәште, ужым бойҙайының уңышы юғары булды – гектарынан 44,6-шар центнер.
Бөгөн мин уңыш йыйыу мәленең ошо бер көнө тураһында уйлап, хәтерләп ултырҙым да, иң егәрле, алдынғы, әле лә матур итеп йәшәүсе Рамазан Рәхмәтуллин тураһында яҙырға булғайным, яҙыуым оҙонға китте.
Рамазан Лоҡман улы Рәхмәтуллин Сәйетбаба ауылында 1933 йылдың 28 ғинуарында тыуған. Етенсе синыфты тамамлағас, артабан уҡый алмаған. Үҙенең зирәклеге, егәрле булыуы күп төрлө һөнәргә өйрәнергә ярҙам иткәндер. Ул ағастан һырлап матур өҫтәлдәр, шкафтар эшләй, тимерсе һөнәренә лә эйә, йоҡа тимерҙән өй ҡыйығы яба, яңы өй һалыусыларға ишек, тәҙрә яҡтары һуға. Профессионал һөнәре – тракторсы һәм комбайнсы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡортсолоҡ һөнәрен дә үҙләштерҙе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күпләп бал ҡорттары үрсетә. Тормош иптәше Әминә Сөләймән ҡыҙы менән улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары Әлфиә - уҡытыусы-пенсионер. Әминәнең фани донъяны ҡалдырып китеүенә лә байтаҡ йылдар үтте. Рамазан ҡарт көнөндә яңғыҙ йәшәй, тормошо матур, йәй көнө урамында төрлө сәскәләр ҙә үҫтерә. Мин уға оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Иген йыйыу мәленең бер көнөн хәтерләп иҫкә алам.
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.
Читайте нас: