Рәсәй президенты Владимир Путин пенсияның тупланма өлөшөн туңдырыуҙы 2022 йылға тиклем оҙайтыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
«1-се бүлектә [пенсия страховкалауында үҙгәрештәр тураһындағы федераль закондың] «2021» һандарын «2022»-гә үҙгәртергә, — тиелә документта.
Яңы закон буйынса, 2022 йылдың аҙағына тиклем пенсияның тупланма өлөшө (эш хаҡынан 6% тотоп алып ҡалыуҙы күҙ уңында тота) формалаштырылмай. Эшләп йөрөгән рәсәйҙәрҙең Пенсия фондына күскән мотлаҡ взностары страховка пенсияһын булдырыуға йүнәлтелә.
Октябрь аҙағында Финанс министрлығы ирекле пенсия тупланмаларының яңы системаһы хаҡында закон проектын баҫтырып сығарҙы. Ул туңдырылған тупланма пенсияһына алмашҡа килер тип күҙ уңында тотола.
Ошо системаға ярашлы, взностарҙың күләмен эш хаҡынан проценттарҙа, йә иһә абсолют сағылышта билдәләргә мөмкин.