-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 11:55

Башҡортостанда «Яман шешкә ҡаршы көрәш» төбәк проекты эшләй

Был проекттарға ярашлы Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә булараҡ яңы бина төҙөлә.

Был проекттарға ярашлы Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә булараҡ яңы бина төҙөлә. Заманса ҡорамалдар һәм кабинеттар менән йыһазландырыласаҡ бина пациенттар ағымын ике тапҡырға һөҙөмтәлерәк ҡабул итергә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Белгестәр билдәләүенсә, әлеге ваҡытта онкология диспансерының был коридорҙары пациенттар ҙәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр менән бергә көнөнә мең ярымдан ашыу кешене үткәрә. Төпкөл райондарҙан һәм ауылдарҙан онкологтарға күренергә килеүселәр көнө буйы сиратта ултырырға мәжбүр. Берәүҙәр тар йүнәлешле табипҡа күренергә юллама алған, икенселәр үҙ сиратының теүәл ваҡытын белеүгә ҡарамаҫтан, һуңламаҫ өсөн бер-нисә сәғәт алдан килгән.
Ошоға тиклем онкология диспансерына мөрәжәғәт иткән пациенттар уңайһыҙлыҡтар менән осрашһа, яңы төкәтмә бина сафҡа инеү менән бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырыласаҡ, ике сменала көнөнә 450 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Хирургия корпусына ҡушылған бинаға нигеҙ 2017 йылда һалынған. Рәсәй күҙәтеү органдары тикшергәндән һуң , етешһеҙлектәр асыҡланып,проектҡа үҙгәрештәр индерелгән. Үҙәк стерилизация бүлегендә торбалар коррозияға бирешмәй торғандарына алмаштырылған, инженер селтәрҙәре, елләтеү һәм янғынға ҡаршы системалар яҡшыртылған. Бөтә дауахананы йылытырлыҡ ҡаҙанлыҡ төҙөлгән. Ул энергияны экономиялауға булышлыҡ итер тип көтөлә.
Яңы корпустың дөйөм майҙаны 2280 квадрат метрҙан ашыу, ә дауалау, ентекле анализдар алыу, башҡа манипуляциялар 14 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда башҡарыласаҡ.
Рентгент аппараты, маммограф, компьютер томографияһы кабинеттары икенсе ҡатта урылашасаҡ. Көҙҙән үк был кабинеттар өсөн йөҙ миллион һумдан ашыу йыһаздар ҡайтарылған. Уларҙы Волга буйы федераль округы медицина компанияһы ҡорасаҡ һәм уларҙа эшләү өсөн белгестәрҙе лә уҡытасаҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә һәм айырым матбуғат сараларында яңы ҡайтарылған яман шеште асыҡлау ҡорамалдары тирә-яҡтағы кешеләр һаулығына зыян килтерәсәк тигән дәлилдәр нигеҙһеҙ. Тикшереү үткәреләсәк бина стеналары кирбестән һалынған, борит ҡатнашмаһы ҡатнашмаһы менән штукатурланған, ә кабинеттарға нурҙарҙы үткәрмәй торған тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылған. Пациенттар, хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн бөтә талаптар ҙа үтәлә, тип белдерә төҙөүселәр.
#нацпроекты
Читайте нас: