+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 11:35

Капиталь ремонт өсөн иғәнә арта

Атап әйткәндә, алты ҡатҡа тиклемге йорт хужалары бер квадрат метр өсөн – 6 һум 90, алтынсы ҡаттан юғары йәшәүселәр 7 һум 50 тин түләйәсәк.

Атап әйткәндә, алты ҡатҡа тиклемге йорт хужалары бер квадрат метр өсөн – 6 һум 90, алтынсы ҡаттан юғары йәшәүселәр 7 һум 50 тин түләйәсәк.
Был турала республика Хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә күләме 2014 йылдан алып үҙгәрмәгән. Бөгөнгә тиклем республика халҡы йәшәгән өйҙәренең бейеклегенә ҡарап 5 һум 20 һәм 5 һум 80 тин түләп килде. Әммә ҡабул ителгән иғәнә күләме күҙалланған барлыҡ капиталь ремонтты ла финанслауға етмәй. Шуға ла түләүҙең яҡынса ике һумға арттырылыуы капиталь ремонт фондын йылына 963 миллион һумға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә. Был йыл һайын 1 мең 400 самаһы йорт икенсе йәшлеген кисерәсәк тигән һүҙ.
Борис Беляев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: “Төбәк операторы тарафынан йыл һайын республикала меңгә яҡын күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелә. Ысынбарлыҡта был күрһәткес кәмендә ике тапҡырға күберәк булырға тейеш. Инфляцияның артыуы, төҙөлөш-монтаж эштәренең һәм материалдарҙың ҡиммәтләнә барыуын иҫәпкә алғанда киләсәктә ремонтланасаҡ йорттар һаны ла тағы ла кәмеүе ихтимал. Әлбиттә, был халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ. Шуға ла иғәнәне арттырыу мәсьәләһе хәл ителде”.
Читайте нас: