Иглин районының Иван-Казанка ауылы янында фермер Фәнис Хәлилов түмәр-солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостан Башлығына ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бал ауылын ойоштороу буйынса пландары хаҡында һөйләне. Ул аутентик стилдә, ҡунаҡтар өсөн тиҫтәләрсә йорттан торған башҡорт ауылына оҡшатып эшләнергә, унда һунарсы, умартасы, ҡымыҙ бешеү, балыҡсы йорттары һәм һөнәрселек оҫтаханалары булырға тейеш.
«Ауылда шулай уҡ 300 солоҡсолоҡ умарталығы, 40 баш йылҡыға иҫәпләнгән ферма, ҡымыҙ фермаһы, «Ылаҡ» уйыны өсөн манеж, шулай уҡ йәйәүле һәм атлы уҡсылар өсөн манеждар төҙөлә», — тип һөйләне Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Коннов. Эшҡыуар Артур Иҙелбаев, үҙ сиратында, Өфөнөң яҡын булыуын иҫәпкә алып, бында туристар йөрөтә башлауҙарын һәм урындың популярлыҡ яулауын әйтте.
Ауыл төҙөүҙең яҡынса хаҡы 227 миллион һум тәшкил итә. Республика бал музейын асыу, ауылда 1,5 саҡрым оҙонлоҡтағы асфальт юл һалыу һәм шәхси секторҙы тоташтырып, Бал ауылына хәтлем газ үткәргес төҙөү планы бар. Фермер хужалығы етәксеһе проектҡа 15 миллион һум индергән һәм тағы ла үҙенең 10 миллион һум аҡсаһын һалырға ниәтләй.
Был проект 2021 йылда үтергә тейешле «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресына әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитетында хупланды. «Башҡорт түмәр-солоҡ умартасылығы» проекты ҡунаҡтар өсөн техник тур булараҡ ҡарала (өс көндә 8 меңләгән кеше).
Ойоштороу комитеты рәйесе, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәҡдиме менән республика һәм федераль грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн проекттың бизнес-планы әҙерләнә. Радий Хәбиров түмәр-солоҡ умартасылығын тәүгә күреүен әйтте.
«Беҙ республика өсөн традицион умартасылыҡ тармағын да, туризм өлкәһен дә үҫтерәсәк Бал ауылы проектына ярҙам күрһәтербеҙ. Миңә бында барыһы ла оҡшаны», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.