Республикала йәшәүселәр суррогат араҡы һатыу хаҡында дөрөҫ хәбәрҙәр өсөн аҡса алырға мөмкин. Етештереүселәр тураһында мәғлүмәткә - 50 мең һум, һатыусылар хаҡында мәғлүмәткә - 2 мең һум. Мәғлүмәт еткереүселәргә йәшеренлек гарантиялайҙар.
Мәғлүмәтте «Хәүефһеҙ мөхит» порталында
safety.openrepublic.ru/ ҡалдырырға йәки +7 (347) 218-09-87 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) телефоны буйынса хәбәр итергә була.