+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 12:35

Башҡортостандан алты журналист ил Президентына һорау биреп ҡараясаҡ

Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 15-се юбилей матбуғат конференцияһы үтә. Уға илебеҙҙең төрлө төбәгенән бөтәһе 1859 журналист аккредитация алған.

Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 15-се юбилей матбуғат конференцияһы үтә. Уға илебеҙҙең төрлө төбәгенән бөтәһе 1859 журналист аккредитация алған.
Башҡортостандан 6 корреспондент, редакторҙар һәм операторҙар ошо мөһим сарала ҡатнаша. Улар “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Йәмәғәт электрон гәзите, “Башҡортостан эксперты” гәзите һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары.
Залда беҙҙең журналистарҙы “Уфа” тигән яҙыуҙарҙан танып буласаҡ. Улар Президентҡа бер нисә һорау әҙерләгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Йәмәғәт электрон гәзите журналисы Станислав Шахов ил етәксеһенең иғтибарын йәлеп итеп һорау биреүгә өлгәшкәйне.
Матбуғат конференцияһы федераль телеканалдарҙа тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: