+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 10:05

Ейәнсура районында балалар баҡсаһы асылды

Ейәнсура районының Таҙлар ауылында "Йәйғор" балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Ейәнсура районының Таҙлар ауылында "Йәйғор" балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. 60 балаға иҫәпләнгән заманса балалар баҡсаһы "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 юбилей объекты" сиктәрендә төҙөлгән. төҙөүселәр балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар биреп, бинаның эсендә һәм тышҡы яҡтан бөтәһе 32 видео күҙәтеү камералары урынлаштырған. Шулай уҡ бында автономлы янғын һүндереү системаһы бар. Балалар баҡсаһының ғорурлығы - заманса йыһазландырылған аҙыҡ-түлек блогы.
Республикала быйыл 21 балалар баҡсаһы сафҡа ингән, киләһе йылда 30 объект ҡулланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә.
#нацпроекты
Читайте нас: