-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 13:10

Башҡорт телендә - йәнһүрәт!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына “Урал батыр” эпосы буйынса башҡорт телендә балалар өсөн комикс һәм анимацион фильм” тип аталған проект башҡарылды.

Грантты “Башҡортостан Республикаһы” Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһы Нәшриәт йорто филиалы – “Башҡортостан журналдары” нәшриәте “Аҡбуҙат” журналы үтәне. 2019 йылдың 12 һанында “Урал батыр” эпосына эйәреп эшләнгән комикстар
донъя күрҙе (рәссамы – Дамир Мөхәмәтйәров). Китап сыҡты. Һәм, ниһайәт, “Урал батыр һәм Самрау батшалығы” тип аталған йәнһүрәт төшөрөлдө.
Бәләкәй Уралдың мажаралары, ағаһы Шүлгән менән бәхәсе, Йәншишмәне эҙләүе һәм табыуы, дейеүҙәр менән көрәшеүе еңеү менән тамамланырмы? Ҡарағыҙ! Уйланығыҙ!
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Читайте нас в