-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 14:00

Өфөлә «Яңы йыл биҙәге» конкурсына йомғаҡ яһалды

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Бәйгелә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар көс һынашты. Улар тәбиғи материалдарҙан яһалма шыршы, гөлләмәләр яһаны.

Фантазияға сиктәр юҡ. Яһалма шыршыны берәүҙәр тубырсыҡтарҙан, икенселәр пластик, ҡағыҙҙан яһай. Яңы йыл символының биҙәлешенә иғтибар юғары. Өфөнән ун дүрт команда үҙ-ара ярыша. Күбеһе – мәктәп уҡыусылары. «Йәш эколог» хәрәкәте ағзалары.
«Яңы йыл биҙәге» конкурсы Өфө лимонарийында ойошторола. Бәйгелә ун йәштән алып 16 йәшкәсә уҡыусылар ҡатнаша. Шулай уҡ урман хужалығы техникумы студенттары ла саранан ситтә ҡалмай, ҡул эштәре оҫталығын күрһәтә. Композициялар өс номинация буйынса баһалана, уларҙың береһенә ярашлы шыршы ботаҡтарынан гөлләмәләр әҙерләнә.
Бәйгенең маҡсаты – ылыҫлы ағастарҙы, урманды һаҡлап ҡалыу. Байрам интерьерын яһалма шыршылар ҙа биҙәй ала. Ҡул аҫтындағы тәбиғи материалдарҙан йортто биҙәргә мөмкин. Ошо маҡсаттан баш ҡалала тематик конкурс та уҙғарылған.
Лимонарийға килеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Ирекмәндәр Яңы йыл гөлләмәһен йыйырға, бүләкте дөрөҫ итеп төрөргә өйрәтте. Әйткәндәй, сараны ойошторорға Нуриман урман хужалығы ярҙам итә.
Лимонарийҙа бөгөндән үк Яңы йыл кәйефе хакимлыҡ итә. Бында шыршы урынына сит илдә үҫкән ылыҫлы ағастар биҙәлә. Әйтәйек, был Чилиҙан Араукария. Тәбиғәт шарттарында уның бейеклеге алтмыш метрға етеүе ихтимал.
Сараға килеүселәр экзотик үҫемлектәр менән танышып, ҡыштан йәйгә эләккәндәй булды. Конкурсҡа килгәндә, киләсәктә сараны республика кимәлендә ойоштороу планлаштырыла. Тәүмаҡсат - балаларҙа тәбиғәткә һаҡсал ҡараш тәрбиәләү.
Читайте нас: