+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:05

Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында нимә хаҡында һөйләне

Кисә Президент 15-се матбуғат конференцияһын үткәрҙе, унда йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар тураһында һөйләне. Ул 4,5 сәғәт дауам итте, ләкин беҙ иң ҡыҙыҡлыһын бер нисә һөйләм менән әйтеп бирергә тырыштыҡ.

- Иҡтисад һәм фәҡирлек тураһында

Рәсәй иҡтисады тышҡы шаңҡыуҙарға яраҡлашты, ә һум тотороҡланды һәм нефттең хаҡына ныҡ бәйле түгел. Рәсәйҙә хәл ителергә тейешле төп мәсьәлә - фәҡирлеккә ҡаршы көрәш.

Халыҡтың реаль килемен кәметеү проблемаһын хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм тулайым эске продуктты арттырыу ярҙамында хәл итергә кәрәк.

- Сүп-сар реформаһы хаҡында

Рәсәйҙә йылына 70 миллион тонна көнкүреш ҡалдығы йыйыла. Был бик күп. СССР-ҙа сүп-сарҙы эшкәртеү булманы, был тармаҡты беҙ нулдән башлайбыҙ. Хәҙер һоро схемаларҙан, криминалдан ҡотолорға, халыҡ менән күберәк аралашырға, уларҙың нимә өсөн түләгәнен аңлатырға кәрәк.

Бынан тыш, сүп-сар эшкәртеүсе предприятилар һанын арттырыу зарур.

- Глобаль йылыныу тураһында

Бының ни өсөн шулай икәнен һәм кешегә нисек тәьҫир иткәнен бер кем дә аныҡ ҡына белмәй. Ләкин ни ҙә булһа эшләргә кәрәк. Рәсәй температураның күтәрелеү эҙемтәләрен кәметеү өсөн көс һаласаҡ.

- Милли проекттар хаҡында

Милли проекттар буйынса 38 маҡсаттың 26-һына ирешелгән. Ә авариялы торлаҡтан күсереү буйынса маҡсат 3 тапҡырға арттырып үтәлгән. Күрһәткестәрҙе ҡабаттан ҡарарға кәрәкмәй.

Пенсия һәм пенсия реформаһы тураһында

Киләһе йылда пенсия 6,6% арта. Бер ниндәй ҙә яңы пенсия реформаһы булмай.

Допинг ғауғаһы һәм Рәсәй спорты хаҡында

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың Рәсәйҙе донъя спортынан сығарыу тураһында ҡарары ғәҙел түгел, ул бөтөнләй башҡа һыймай. Беҙҙе Олимпиадаға индермәнеләр, ә хәҙер шуның өсөн тағы яза бирәләр. Таҙа спортсылар интекмәһен өсөн допинг өсөн яза индивидуаль булырға тейеш.

- Ирекле интернет тураһында

Тышҡы яҡтан интернетты өҙөүҙән һаҡланыу өсөн суверенлыһы кәрәк. Беҙ интернетты ябырға уйламайбыҙ.

- Һаулыҡ һаҡлау һәм табиптарҙың эш хаҡы тураһында

Һаулыҡ һаҡлауҙа проблемалар бар, ләкин, дөйөм алғанда, ул нормаль үҫешә. Йәшәү өсөн мөһим һәм сит илдә етештерелгән препараттарҙы Рәсәй Федерацияһында теркәргә кәрәк, ләкин Рәсәй фармацевтикаһын үҫтереү тураһында оноторға ярамай.

Табиптарҙың эш хаҡы башҡа социаль өлкәләргә ҡарағанда юғарыраҡ, әммә ғәҙел булмаған дифференциациянан ҡотолорға, окладтарҙы арттырырға һәм дәртләндереүсе түләүҙәргә берҙәм ҡараш индерергә кәрәк.

- Өфөнән эскелеккә ҡаршы көрәш тураһында һорау

Башинформ журналисы Азат Ғиззәтуллин Путиндан эскелеккә ҡаршы көрәш, шул иҫәптән Башҡортостанда күрелгән саралар хаҡында нимә уйлауын һораны.

Суррогат һатыуға һәм эскелеккә ҡаршы көрәш бара, тик уны күрмәйҙәр, тип яуапланы президент. Халыҡҡа аңлатырға һәм аҙ градуслы продукцияға баҫым яһарға кәрәк. Полиция алымдарын ҡулланмайынса эшләргә.

- Үҙенең президентлығы хаҡында

Төп ҡаҙаныш - илдәге эске тотороҡло хәл. Иң насар ваҡиғалар - Бесланда һәм Норд-Остта булған теракттар.
Читайте нас: