Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Кино фонды 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙәге кинозалдарға булышлыҡ итеү буйынса конкурс үткәрҙе.
Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан ун кинозал еңеүсе тип танылды. Улар араһында Ҡыйғы кинозалы ла бар.
Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында яңыртылған заманса “ҠыйғыCinema” кинозалы асылды. Район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының кино фондын һаҡлаусы, журналист Тимур Йосопов, “Башкиновидеопрокат” ветерандары район халҡын яңы ғаилә ялы үҙәге асылыу менән ҡотланы.
Илдар Шәрәфетдинов әйтеүенсә, тамашасылар яңы залда кино күрһәтеү сифатына баһа биреп тә өлгөрҙө. Яңы объектҡа атаманы урындағы халыҡ үҙе һайланы. Киноға билет хаҡы – 100-200 һум.