+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2019, 23:35

Владимир Путин: Беҙ был турала уйларбыҙ.

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың сираттағы ҙур матбуғат конференцияһында бирелгән һорауҙар һәр ваҡыттағыса төрлөлөгө менән айырылып торҙо.

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың сираттағы ҙур матбуғат конференцияһында бирелгән һорауҙар һәр ваҡыттағыса төрлөлөгө менән айырылып торҙо.
Көнүҙәк һорауҙарҙың береһе 31 декабрь көнөнә бәйле булды. Ял итәбеҙме был көндө, юҡмы?
Ысынлап та, был мәсьәлә әлеге ваҡытта күптәрҙе борсой. Айырыуса байрам табынын әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙы.
“Life” баҫмаһы журналисы билдәләүенсә, 31 декабрҙә бер кем дә йүнләп эшләмәй. Бынан тыш, әгәр был көндө ял тип иғлан итһә, ирҙәре байрам көнөндә өйҙә булған ҡатын-ҡыҙҙар Путинға “рәхмәт” әйтәсәк.
- Әгәр ҡатындарығыҙ һеҙгә “рәхмәт” әйтһә, был күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Был көндө ял итеү логикаға ярашлы эш. Тик быны нисек эшләргә һәм әле эшләү кәрәкме – мин белмәйем. Ҡайһы бер эш биреүселәр 31-ен ял тип иғлан итте. Мин быны хуплайым ғына. Ял көнө эшләп, 31-е ял итергә – шулай уҡ рөхсәт. Был мәсьәләне тыныс ҡына анализларға кәрәк, бер кемгә лә зыян килмәһен өсөн. Беҙ был турала уйларбыҙ, - тине Владимир Путин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: