+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2019, 23:15

«Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы

Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды.

Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды.
20 декабрҙә Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һәм Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сараға старт бирҙе.
Ике аҙна дауамында һәр кем «Башҡортостан» концерт залында әлеге акцияға ҡушыла ала. Бының өсөн дөйөм Дуҫлыҡ сылбырына теләһә ниндәй телдә дуҫлыҡ, тыныслыҡ, изгелек тураһында яҙыу менән сылбыр йәбештерергә кәрәк.
Флешмобты «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы уҙғара. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – республикала Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу. Әлеге ваҡытта Башҡортостан этник биҙәклелек буйынса Рәсәйҙә, Дағстандан ҡала, икенсе урынды биләй. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акцияның бурыстарының береһе — республикабыҙ халыҡтарының мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡларға ынтылыу.
Акция тамамланғас, дуҫлыҡ сылбырын «Башҡортостан» дәүләт концерт залы тирәләй һуҙыу күҙаллана. Акция 2019 йылдың 20 декабренән 2020 йылдың 7 ғинуарына тиклем дауам итә.
Читайте нас: