+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 15:00

"Ҡала мөхите" милли проекты ғәмәлдә

Быйыл “Ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 404 ихата һәм 142 ижтимағи урын төҙөкләндерелергә тейеш. Бынан тыш, программаға подъездарҙы ремонтлау ҙа индерелгән.

Башҡортостанда йәшәүселәр ошо проектты тормошҡа ашырыу сифатына баһа биреү мөмкинлегенә эйә булған. Ул өс йүнәлеш – йорт подъездары, ихата һәм ижтимағи биләмәләр – буйынса ҡуйылған. Подъездарҙы ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса һорауҙарға йорттарҙағы совет рәйестәре һәм старосталар яуап биргән. Ә ижтимағи биләмәләрҙәге төҙөкләндереү эштәренең сифаты онлайн-һорауҙарға яуап биреү юлы менән асыҡланған: унда 16 мең кеше яуап биргән, тип хәбәр итә “Электрогазета.рф”.
Шулай итеп, республикалағы 63 ҡалала һәм районда алып барылған төҙөкләндереү эштәре “Светофор” картаһы менән баһаланған. Йәшел төҫ менән халҡы ниндәйҙер кимәлдә риза булған ҡала һәм райондар билдәләнһә, һары төҫ – уртаса ҡәнәғәт, ҡыҙыл төҫ менән эш сифаты өсөн иң түбән балдар алған ҡалалар һәм райондар билдәләнгән.
Һөҙөмтәлә Асҡын, Стәрлебаш, Әбйәлил һәм Нуриман райондарында төҙөкләндереү эштәре яҡшы атҡарылған тип табылған. Был йәшел секторға барыһы 18 муниципалитет ингән. Ағиҙел, Сибай, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары һәм тағы 20 район уртаса, йәғни һары секторға эләккән. Ә ҡыҙыл секторҙа республикалағы Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау һәм Өфө кеүек ҙур ҡалалар, тағы 15 район урынлашҡан. Баш ҡала исемлектең аҙағынан дүртенсе урынды “яулаған” һәм унда йәшәүселәр, нигеҙҙә, подъездарҙағы ремонт сифатына дәғүә белдергән. Бынан тыш, Ауырғазы, Мәләүез, Учалы райондарында хәлдәр насарыраҡ икән.
#нацпроекты
Читайте нас: