Тәүге көндә табиптар Волостновка ауылында йәшәүселәрҙе ҡабул итә. Урында фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, тик фельдшеры ғына юҡ. Шуға ла халыҡҡа медицина ярҙамы артынан район үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килә. Мобиль пункт килеүе ауыл халҡына тулы медицина күҙәтеүен үтергә булышлыҡ иткән.