+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 00:00

Ветеринария станцияларына өр-яңы машиналар тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы төрлө өлкәлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Үткән аҙнала Башҡортостандың ҡала һәм район ветеринария станцияларына 40 автомобиль тапшырылды.

Һуңғы ике йылда республикала ветеринария автопаркы яңыртыла башланы. Бында машиналарҙың 80 процентҡа яҡыны иҫкергәйне. Былтыр ветеринария-санитария экспертизаһы мобиль лабораториялары, дезинфекция үткәреү өсөн “ГАЗ” һәм “УАЗ” автомобилдәре базаһында ДУК, махсус йыһазландырылған Лада “Ларгус” һәм Лада “Гранта” - йәмғеһе 80 машина һатып алынған.

Быйыл республика бюджеты ярҙамында 40 автомобиль, шул иҫәптән “ГАЗ” машиналары базаһында ДУК һәм дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыслы еңел автомобилдәр һатып алыуға ирешелгән. Хәҙер өр-яңы автомобилдәр менән хеҙмәтләндереү ҙә еңелләшәсәк.

#ВладимирПутин#нацпроекты

Читайте нас: