Өфөлә 2020 йылда ашығыс ветеринария ярҙамы үҙ эшен башлай.
Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы — республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдергән.
«Йыл аҙағында Башҡортостан райондарының ветеринария хеҙмәттәренә 40 автомобиль тапшырыла — ветеринарҙар малдарҙы ҡарау йәки уларға прививка яһау өсөн алыҫ ауылдарға бара ала. Ике «Ларгус» Өфөлә йәнлектәр өсөн ашығыс ветеринария ярҙамы ойоштороуға йүнәлтелә. Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк», — тине Азат Йыһаншин.
Дүрт аяҡлылар өсөн ашығыс ярҙам 2020 йылдың башында шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.
Йыһаншин Ишембайҙа һәм Өфөлә зооҡунаҡханалар асыу пландарын да хәбәр итте, сөнки быйыл Стәрлетамаҡта асылған зоо-отель популярлыҡ яулай бара. Киләсәктә Өфөлә зоотакси ҙа буласаҡ.