Шулай итеп, һәр муниципалитет бүлексәһендә район һәм ҡалаларҙың рәсми сайтына һылтанмалар бар. Унда һәр бер ауыл биләмәһе өсөн саралар планы ҡуйылған. Бынан тыш, календарҙа дәүләт кимәлендәге мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары репертуары ла бар. Сараларға килгәндә, улар бик күп: оҫталыҡ дәрестәре, музей экскурсиялары, спорт эстафеталары, урындағы театрҙарҙың драматик тамашалары һәм башҡалар.