26 йыл элек, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың төп закондар йыйынтығы ҡабул ителә. Конституция республикала демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Парламент – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойошторола.
Конституцияны ҡабул итеү менән күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек институттар барлыҡҡа килә.