+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 17:40

"Минең беренсе бизнесым” конкурсы дауам итә

Мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған “Минең беренсе бизнесым” халыҡ-ара конкурсының онлайн этабының йомғаҡлау өлөшө үтте. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының алдынғы проекттарының береһе. Уға онлайн теркәләү башланғаны бирле Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм донъяның 91 иленән 11-ҙән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙан 700 меңдән ашыу ғариза килгән.

Мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған “Минең беренсе бизнесым” халыҡ-ара конкурсының онлайн этабының йомғаҡлау өлөшө үтте. Был конкурс - “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының алдынғы проекттарының береһе. Уға онлайн теркәләү башланғаны бирле Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 11-ҙән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙан 700 меңдән ашыу ғариза килгән.
Беҙҙең республика ғаризалар күләме буйынса тәүге унау иҫәбенә ингән. Башҡортостандан унда 14582 уҡыусы ҡатнашҡан.
Был халыҡ-ара кимәлдәге конкурстың өсөнсө миҙгеле 5 ноябрҙә башланғайны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 60 кеше еңеүсе булған. Тағы ла 3 өҫтәлмә приз уйнатылған.
Бөгөнгә ҡарата иң күп ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса теркәлгән: “Медиа” (44,1 процент), “Инновациялар” ( 24,4 процент), “Социаль” (15,5 процент), “Мәғариф” – 8,7 процент, “Һанлы” – 7,3 процент.
Ҡатнашырға теләүселәр иң күп һаны Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән, икенсе урында – Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Башҡортостан – һигеҙенсе урынды биләй.
Унан туранан-тура ҡатнашыу этабы килә, уның сиктәрендә 42 ҡалала бизнес-интенсивтар һәм 19 ҡалала дүрт айлыҡ START UP бизнес-курстары үтәсәк.
Конкурстың иң яҡшы ҡатнашыусылары юғары уҡыу йорттарына ингән саҡта өҫтәмә балдар йыя, проект етәкселәре менән хеҙмәттәшлеген дауам итеп үҙ проекттарын тормошҡа ашыра, конкурс партнерҙарының гранттарын ота, төбәк-ара бизнес-интенсивта ҡатнаша, проекттарын ҙур фестивалдәрҙә күрһәтә һәм шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр ота ала.
Бәйгенең маҡсаты ябай – йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү. Проект белем биреүсе программаны ла үҙ эсенә аласаҡ. Уҡыусылар конкурста бизнес-идеялары менән дә, әҙер проекттары менән дә ҡатнаша ала.
Читайте нас: