Яңы пункт Әхмәтғәлин урамында дәүләт дарыуханаһы эргәһендә урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа тәбиғи продукция әлегә Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөт фабрика-кухняһында етештерелә һәм аҙнаһына ике тапҡыр Учалыға килтерелә.
Бындай һөт фабрика-кухняһы тиҙҙән Белоретта ла эшләй башлаясаҡ. Бүлексә асылыу менән продукция күрше райондан ҡайтартыласаҡ.
"Беҙҙең продукция башҡа етештереүселәрҙекенән шуныһы менән өҫтөн: уларҙың составында ҡушымталар, консерванттар, төрлө буяуҙар юҡ. Шуға күрә уның һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа", - ти Белорет ҡалаһындағы “Һөт кухняһы” бүлексәһе мөдире Евгений Юхин.
Һөт кухняһы ризыҡтары менән уртаса килем йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителәсәк.