-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 11:55

2020 – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылы

Бөтөн донъя буйынса халыҡ иҫәбен алыуҙар цивилизациялы дәүләттең күптәнге бер билдәһе булды. СССР-ҙа уны ун йылға бер уҙғарҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш һәм көрсөктәр иҫәп алыуҙар арауығын оҙайтты. 1937 йылда иһә уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләндермәгәнлектән, ил етәкселеге уны 1939 йылда ҡабаттан үткәрергә ҡарар итте. СССР-ҙа һуңғы халыҡ иҫәбен алыу 1989 йылда уҙҙы. Яңы Рәсәйҙә иһә аҡса етмәү сәбәпле иҫәп алыу 1999 йылда түгел, ә 2002 йылда уҙғарылды. Икенсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылда үтте.

Йәмғиәттә иҡтисади проблемалар менән бәйле иҫкелек был ҙур тикшереүҙең кәрәклеген икеләнеү алдына ҡуя. Иҫәп алыу оппоненттары башҡаса аҡсаны сарыф итмәҫкә, ә ведомство– министрлыҡтарҙың (Эске эштәр, мәғариф), социаль хеҙмәттәрҙең (Пенсия фонды) мәғлүмәт базаһын файҙаланыуҙы тәҡдим итәләр. Әммә был мәғлүмәттәр – тармаҡ классификаторҙары буйынса тар спектр.
Демографтар, социологтар һәм иҡтисадсылар бары тик иҫәпкә алыу ғына түбәндәге мәғлүмәттәр: халыҡтың ғаилә составы, милли-ҡатнаш никахтар, белеме, был төбәктә күпме йәшәүе, халыҡтың теркәлгән урыны буйынса түгел, ә фактик йәшәү урыны буйынса урынлашыуы хаҡында сығанағы булыуын дәлилләй. Был мәғлүмәттәр бөгөн төбәктең стратегик үҫешен, ҡалаларҙың генпландарын әҙерләү өсөн кәрәк. Миҫал өсөн, әгәр ҙә районда йәшәүселәрҙең һанында яңылышлыҡ булһа – кешеләр бюджет сметаһы буйынса аҡсаны һәм социаль уңайлылыҡтар алып еткермәйәсәк.
Өсөнсө Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, илдәге иң прогрессив ваҡиға тип билдәләйҙәр, 2020 йылдың 1-31 октябрендә уҙасаҡ. Элеккесә йорт-хужалыҡтарҙы күҙәтеү ҙә буласаҡ. Уның үҙенсәлеге шунда – яңы форматта, дәүләт хеҙмәттәре сайты аша электрон анкеталау. Мәғлүмәттәрҙе электрон рәүештә алыу иҫәп алыусы хеҙмәткәрҙәрҙең һанын кәметергә ярҙам итәсәк.
2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың икенсе форматы булып элекке традицион форма ла ҡаласаҡ – иҫәп алыусылар тарафынан өйҙә һорашыуҙы теркәүгә планшет компьютерҙары ҡулланыласаҡ. Ил буйынса иҫәп алыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашыу тәшкил итәсәк. Уларҙың хеҙмәтенә түләү ҙә артасаҡ: 5 мең һумдан (2010 йылда) 16 мең һумға етәсәк. Һәр кем - 18 йәше тулған, даими теркәлеп йәшәгән, паспорты, ИНН таныҡлығы, СНИЛС һәм түләүҙе күсереү өсөн банк картаһы (иҫәбе) булған Рәсәй гражданы иҫәп алыусы була ала.
Йомғаҡлап, үткән ике Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп мәғлүмәттәре шулар: 2002 йылда Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе - 155,5 млн., 2010 йылда – 143,4 млн. 2019 йылдың 1 ғинуарына яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл һайын һуңғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре нигеҙендә демографик үҙгәрештәрҙе лә иҫәпкә алып, статистика тарафынан иҫәпләүҙәр буйынса Рәсәйҙә – 146,8 млн. кеше (2015 йылда Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы халҡының РФ составына инеүен иҫәпкә индереп) йәшәүе билдәле булды.
2019 йылдың 1 ғинуарына Ғафури районы халҡы 30653 кеше иҫәпләнә.
Читайте нас: