Кәңәшмәлә һүҙ уға әҙерлек эштәре хаҡында барҙы. Гүзәл Марат ҡыҙы башланғыс этапта беҙҙең төп бурысыбыҙ булып халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса ойошма-предприятиеларҙа, халыҡ араһында мәғлүмәти-аңлатыу эше алып барыу тора, кешеләр унан ҡурҡмаһындар, ә ыңғай ҡабул итһендәр, унда әүҙем ҡатнашһындар, тине. Был халыҡ иҫәбен алыуҙың сираттағыһы цифрлы иҫәп алыу буласағын, иҫәп алыусы ла йорттарға киләсәген, шулай уҡ кешеләр үҙ аллы коммуникацион системалар (Дәүләт хеҙмәттәре сайты һ.б.) аша мәғлүмәт биреү мөмкинлеге буласаҡ һәм иҫәп алыу үтеүе хаҡында талон алып, килгән иҫәп алыусыға тәҡдим итә алыуын аңлатып үтте.