+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 13:15

Башҡортостан – спорт, туризм, мәҙәниәт һәм сәләмәтлек биләмәһе

Киләһе байрам көндәре тап ошо девиз аҫтында ойошторола.

Республикала йәшәүселәр буш ваҡытын файҙалы һәм мауыҡтырғыс үткәрһен өсөн бай программа әҙерләнгән. Әйтәйек, Яңы йыл төнөндә Өфөнөң «Ҡунаҡһарай» сауҙа майҙаны алдында «Элвин Грей» командаһы сығыш яһай, артабан төнгө сәғәт икелә Ленин исемендәге майҙанда сағыу фейерверк буласаҡ.
«Терра ҡыш» фестивале сиктәрендә билдәле сәхнә йондоҙҙарының сығыштары, ҡышҡы милли уйындар, Ҡарһылыуҙар парады үтә. Сәләмәт тормош һөйөүселәр еңел атлетика буйынса ярыштарҙа, күңелле старттарҙа ҡатнаша ала. Икенсе ғинуар илдең иң көслө кешеһе – Эльбрус Ниғмәтуллин «Боҙ баттл» тип аталған мауыҡтырғыс шоу тәҡдим итә.
Мәғариф учреждениеларында ғаилә спорт байрамдары үтә. 3 ғинуарҙан 6-на тиклем республиканың меңдән ашыу мәктәбендә күңелле старттар уҙа. Ғөмүмән, Яңы йыл байрамдарын файҙалы һәм онотолмаҫ үткәреүгә һәр муниципалитет етди ҡарай. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталында «Яңы йыл календары» булдырылған, уның ярҙамында ҡайҙа, ҡасан, ниндәй саралар уҙғарылыуы менән танышырға мөмкин. Һәр ҡала-район хаҡында мәғлүмәт айырым бирелә, шулай уҡ сайтта мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында ойоштороласаҡ театрлаштырылған тамашалар тураһында ла ентекле яҙылған.
Читайте нас: