-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 10:55

“Фән” милли проектына ярашлы

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Фән” милли проекты республикабыҙҙа ғалимдарға ҡытлыҡты бөтөрәсәк. Бының өсөн учреждениеның ғилми-тикшеренеү базаһын яңыртыу һәм ғалимдарҙы комплекслы әҙерләү программаһы кәрәк

Шул иғтибарға лайыҡ, илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда төрлө милли проекттар араһында “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
– “Фән” милли проектын бойомға ашырыу өсөн өр яңы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы төҙөү, фән менән шөғөлләнгән мәктәптәргә ярҙам итеү, шулай уҡ яҙмыштарын ғилми эштәргә арнағандарҙы дәртләндереү кеүек етди бурыстар ҡуйылған, – тип һөйләй Әлфис Суфиян улы.
“Фән” милли проекты сиктәрендә белем усағында “Инновацион альянс” тип аталған ғилми-белем үҙәген төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Унда ғилми үҙәктәр, фәндәр академиялары, индустриаль партнерҙар һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнаша.
#нацпроекты
Читайте нас: