-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 10:55

Владимир Путин: "Кешелектең яҡты иҫтәлеген бысратыуға юл ҡуймаҫбыҙ"

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡораллы көстәр министрлығының киңәйтелгән ултырышында “Гитлер йәһүдтәрҙе Африкаға күсерһә, илендә уға һәйкәл ҡуйырға” вәғәҙә биргән Польша илсеһе хаҡында "Антисемит ҡәбәхәте, сусҡа, башҡаса атау мөмкин түгел" тип белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, һуңғы ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы тарихи документтар асыҡ баҫыла башланы. Европала фашизм сәскә атҡан осорҙа Польша кеүек ҡайһы бер илдәр Гитлер режимын яҡлай, йәһүдтәргә ҡаршы геноцид сәйәсәте алып бара.
Владимир Путин Икенсе донъя һуғышынан һуң Европа илдәренән трофей булараҡ ҡулға эләккән архив документтары менән танышҡанда Польшала "йәһүд мәсьәләһе”н хәл итеү сараһына хайран ҡала.
"Ысынын әйткәндә, Гитлер һәм Польшаның рәсми вәкилдәренең йәһүд мәсьәләһен нисек тикшергәне минең сәмгә тейҙе", – ти Президент. Гитлер сит илдәр министрына, һуңынан Польшаның Германиялағы илсеһенә Африкалағы колонияларға йәһүдтәрҙе оҙатыу тураһында үҙенең фекерен белдерә. Был йәһәттән 1938 йылда Польшаның илсеһе Юзеф Липский үҙҙәренең сит ил министрына доклад ҡағыҙында: "Мин уны ишеткәс... әгәр ул быны эшләһә, беҙ уға Варшавала шәп һәйкәл ҡуясаҡбыҙ тип яуап бирҙем", – тип яҙған.
Президент белдереүенсә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, шулай уҡ нацизмды еңеүгә өлөш индергән бөтә кешелектең яҡты иҫтәлеген бысратыуға юл ҡуймауға Рәсәйҙең етерлек материалдары бар. Ил етәксеһе Гитлер менән һөйләшеү алып барған ошондай әҙәмдәр быуынының әле Европаны азат иткән Ҡыҙыл Армия яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емереүен билдәләне.
Читайте нас: